Ул 29 октябргә тәғәйенләнгән. Ә гала-финал ҡышын була.
“Ҡарһылыуҡай” конкурсында 18 – 35 йәшлек ҡыҙҙар ҡатнаша ала.
Иҫләйһегеҙме икән, былтыр был конкурста Учалынан Назгөл Ғәйфуллина еңеп сыҡҡайны.
Һайлап алыу Өфөлә, Верхнеторговая плодащь урамындағы 4-се йортта, 620-се студияла сәғәт көндөҙгө 4-тә башлана. Төп шарт: Ҡарһылыу костюмығыҙ булһын.
Конкурс тураһындағы тулыраҡ мәғлүмәтте “Бәйләнештә” селтәрендәге рәсми аккаунтта табырға мөмкин.
Фото: vk.com