Был юлы аферист ҡатынды Өфөгә банкка барып, иң ҙур суммаға кредит алырға өгөтләп күндергән. Ҡатын икеләнгәс, уға ялған "хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре" шылтыратып, мотлаҡ "банк хеҙмәткәренең" әйткәндәрен үтәргә ҡушҡан. Һәм ҡатын кредиттар алған, таныштарынан да бурысҡа аҡса алып, муттарға күсергән.
Бер нисә көн үткәс, уға йәнә шылтыратып, ире исеменә кредит алырға маташыуҙары тураһында "һөйөнсөләгәндәр". Ире менән "хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре" һөйләшкән... Ир ҙә аферистарҙың инструкцияһын теүәл үтәгән.
Зыян күләме ике миллион һумдан ашыуыраҡ, тип яҙа Салауат ҡалаһының ЭЭМ бүлегенән Зилә Кинйәкәева.
Тәүлек эсендә муттар 18 кешене алдаған! Улар иҫәбенә эләгә күрмәгеҙ, һаҡ булығыҙ!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.