Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Октябрь 2022, 17:15

Еңел кәсеп тапҡан...

Апрель-май айҙарында Белорет районында байтаҡ кешенең мөлкәте юғалған: ҡайһы берәүҙәрҙең өйөнән, икенселәрҙең - гараждан, мунсанан, һарайынан... Оператив-эҙләү саралары барышында полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәтсенең шәхесен асыҡлаған. Белоретта йәшәгән 32 йәшлек ир үҙ ғәйебен таныған. 13 кешенең мөлкәтен урлауҙа ғәйепләнгән ирҙең һүҙҙәренсә, енәйәткә аҡса етмәү этәргән.

Еңел кәсеп тапҡан...
Еңел кәсеп тапҡан...

Ул криминал юлын Ишле ауылынан башлаған. Бер кем дә йәшәмәгән ике йорттан газ плитәһен, термопот, газ баллонын, музыкаль үҙәк, мунса өсөн ике тимер мейес, автопокрышкалар урлап алып ҡайтҡан. Һуңынан гараждарҙан урлашыуға күскән. Көн һайын тиерлек төрлө гараж кооперативтарына барып, монтировка менән йоҙаҡтарҙы емереп инеп, төрлө әйберҙәрҙе ташыған.

Урланған әйберҙәр исемлегендә ни генә юҡ: тәгәрмәстәр, мотоблок, велосипедтар, һыу һибеү системаһы, электр ҡорамалдары, иретеп йәбештереү аппараты, автомобиль өсөн кәрәк-яраҡ, кәстрүлдәр, көрәктәр... Йәмғеһе 256 мең һумлыҡ әйбер урлаған. Ҡайһы бер әйберҙе ул иғландар сайты аша һатып ебәргән, ҡайһы берен ҡабул итеү пунктына алып барып тапшырған йәки үҙендә һаҡлаған.

Әлеге ваҡытта бур өйҙәге һаҡ аҫтында. Енәйәт эше судҡа ебәрелгән. Был турала Белореттан өлкән тәфтишсе, юстиция майоры Радмила Хватова хәбәр итә.

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

Еңел кәсеп тапҡан...
Еңел кәсеп тапҡан...
Еңел кәсеп тапҡан...
Еңел кәсеп тапҡан...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: