+25 °С
Болотло
"Одноклассники"
"Телеграм"
Реклама биреүселәргә
"Вконтакте"
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Октябрь 2022, 21:00
ҠАҠ ҠОЯШҠА МАҢЛАЙ ТЕРӘЙЕМДЕР...
(Ошо оҙон миҙгелдә юғалтҡан улдарыбыҙ өсөн иңрәү) Ҡояш - өҙөлмәй ҡалған һуңғы тәңкә Әсәләрҙең өмөт ҡашмауында... Кем ғәйепле һөйөп оҙатҡанда Теләгәндәр көнгә ашмауында? Ҡояш - көйҙөрөп баҫҡан тамға ише, Офоҡтарҙа тора сей яралай... Әле генә таңдар матур ине, Ҡыҙыл-ҡыҙыл эңер - ни арала? Ҡояш - күҙе ҡара көйгән ҡоймаҡ, Бәпес туйына тип туҡылған да... Ни кисерә әсә йөрәктәре Ҡанһыҙ сәмреғоштан суҡылғанда? Ҡояш - күҙҙе сағылдырған көҙгө, Ҡарап булмай түкмәйенсә йәште. Бөгөн тағы тимер ҡоштар ҡайтты, Тол ҡалдырып йәнә бер кәләште. Ҡояш - өҙөлмәй ҡалған һуңғы тәңкә, Ҡолап төшмә инде күктәреңдән... Ҡайғы һандыҡтары шар асыҡ та, Бәхет батмустары түңкәрелгән. Ҡояш - өҙөлмәй ҡалған һуңғы тәңкә Өмөт ҡашмауында әсәләрҙең... Ашъяулыҡта ап-аҡ ҡымыҙ түгел, Күҙ-йәш тамған хәсрәт кәсәләре. Цинк табутта көн да улдар ҡайта, Көмөш тояҡ торна туптарылай... Күк күкрәмәй, эстән сеңләй халҡым, Ҡашмауҙарҙан тәңкә ҡуптарыла. Йыуатырлыҡ һүҙҙәр табалмайым, Бергә янам, бергә иңрәйем дә... Өмөтләнеп, һуңғы ҡорбандыр тип, Ҡаҡ ҡояшҡа маңлай терәйемдер... (Гөлнара Хәлфетдинова)
ҠАҠ ҠОЯШҠА МАҢЛАЙ ТЕРӘЙЕМДЕР...
Фото: Т. Аманов
Автор:
Гөлнара Солтанова
Читайте нас: