Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Октябрь 2022, 16:00

Йәнә бер ветеран мәрхүм...

Ҡариҙел районының Шамрат ауылында 97 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәйетхан Шәйхинисламов вафаат булған.

Йәнә бер ветеран мәрхүм...
Йәнә бер ветеран мәрхүм...

Сәйетхан Шәйхинислам улы 1925 йылда тыуған, Шамрат ауылы мәктәбендә 6 класс уҡыған. Һуғышҡа тиклем колхозда эшләгән, 1943 йылда Ҡыҙыл армия сафына алынған. Тәүҙә Алкино ҡасабаһында хәрби белемгә эйә булып, аҙаҡ Свердловскиҙа 39-се уҡыу-танк полкында орудие зарядлаусыға уҡый. Егет был вазифала 27-се танк һәм ауыр үҙйөрөшлө орудиелар полкында хеҙмәт итә. Венгрия, Румыния һәм Чехославакияны азат итеүҙә ҡатнаша. Аҙаҡтан Австрияла 98-се айырым танк батальонында хеҙмәт итә, Еңеү көнөн Венала ҡаршылай. Ҡораллы көстәрҙә 1952 йылдың ғинуарына тиклем хеҙмәт итә, старшина званиеһында танк-үҙйөрөшлө орудиелар полкында взвод командиры вазифаһын үтәй. Яугир I дәрәжәле Ватан һуғышы ордены һәм степени и «1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән наградланған.

Тыныс тормошҡа әйләнеп ҡайтҡас Сәйетхан Шәйхинислам улы «Сельхозстрой» проектлау эштәре идаралығында, Йүрүҙән һал ағыҙыу контораһында механизатор булып эшләгән. Аҙаҡ водитель, механик-моторсы, катерсы ла булған. Ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем ветеран тыуған ауылында йәшәгән, хужалығын үҙе ҡараған.

«Уның йорт-ихатаһы ҡараулы һәм төҙөк булды, үҙе тәрбиәләне. Дини кеше булды, намаҙ уҡыны, ураҙа тотто. Сәйетхан Шәйхинислам улы донъяға ыңғай ҡараны һәм изге эштәр башҡарҙы», - тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: