«Яңынан беҙҙең яугирҙар менән осраштым. Уларҙың үтенесен, заказдарын үтәнем, кәрәкле әйберҙәр алып барҙым. Тәтешлеләргә ярҙам менән яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Салауат Фәтхетдинов та килгәйне. Бик күп игелекле, ихлас теләктәр әйтелде. Үҙ сиратында, хәрбиҙәрҙән Тәтешле районына ялҡынлы сәләмләү һәм ҙур рәхмәт! Егеттәр – афариндар, ҡуйылған бурыстарҙы үтәй. Беҙ һеҙгә ышанабыҙ! Алға, Тәтешле!» - тип яҙҙы социаль селтәрҙә Фәнүр Шәйхисламов.
Билдәле булыуынса, танылған артист Нефтекама дәүләт филармонияһы музыканттары менән бергә Ҡазанда мобилизацияла булған Асҡын районы яугирҙарына ла барҙы.
Фото: Т. Аманов