+14 °С
Болотло
Филүзә Абдулова урамда ҡурҡыуынан ҡойолоп төшкән, ҡулына тыны ҡыҫылып, быуылып барған сабыйын күтәргән бер әсә кешене осрата. Әлеге хәлдең шаһиты булған ҡатын бер ни уйламай, уларҙы тиҙ арала дауаханаға алып бара.
Табиптар 2022 йылғы сабыйҙың өҫкө тын алыу юлдарында сит әйбер тапҡан. Баҡһаң, ул «Киндер-сюрприз»дың ҡабын йотҡан булған. Табиптар ваҡытында сабыйға ярҙам итеп, тын алыу юлдарын асҡан.
Фото: Т.АМАНОВ.