Көҙҙөң һуңғы айы ҡыштың тәүге айы булыуы ихтимал. Синоптиктар Уралда, Себерҙә, Алыҫ Көнсығышта ҡар ятасағын фаразлай. Ҡар, тимәк, термометр бағанаһы нулдән түбән төшәсәк. Ноябрь уртаһына тиклем улай уҡ өшөмәҫбеҙ, моғайын. Нимәһе генә өркөтә: ҡапыл һыуытмаһын. Ә улай ҙа булыуы мөмкин. Икенсе декадала төндәрен 10 градус һыуыҡлыҡ көтөлә. Көндөҙ минус 3-тән артмаҫ шикелле, тиҙәр.
Ҡар нисек яуасаҡ? Күп һәм шәп. Урыны менән, тип тә өҫтәйҙәр. Урыны ҡайҙа икәнен теүәл кем белһен...
Рәсәй Гидрометүҙәгенең баш ғилми етәксеһе Роман Вильфанд белдереүенсә, көҙҙөң һуңғы айы, дөйөм алғанда, норманан тайпылмаясаҡ. Шулай ҙа аномаль йылы буласаҡ төбәктәр бар: улар – көнсығышта. Аномаль һыуыҡ уҡ булмаһа ла, беҙҙең Башҡортостанда ноябрҙең һалҡын килеүе фаразлана.