+10 °С
Болотло
Изге эштә торлаҡ хужалығы коллективы, Рушананың синыфташтары ла ҡатнашҡан: өлкәндәр аҡса йыйышһа, балалар һалдаттарға хаттар яҙған. "ПроМедицина" үҙәгенең хирургы Әлмир Фуат улы Ҡорамшин һалдат аптечкалары өсөн медикаменттар туплап биргән.
- Үҙ ойошмабыҙҙа күмәкләп аҡса йыйҙыҡ, профсоюз, директор ярҙам итте, бөтәһе 70 мең һумдан ашыу аҡса йыйылды, - тип һөйләй Рөстәм Баязитов. - Шул аҡсаға ҡыҙҙарым менән берцы, башлыҡтар, термокейем, фонариктар, бирсәткәләр, ойоҡбаштар, һабын, медикаменттар, бинттар, пластырҙар, башҡа төрлө дарыуҙар, бысаҡтар һатып алдыҡ. Махсус операцияла ҡатнашҡан егеттәрҙең һәр береһе герой, тип иҫәпләйем. Имен-һау әйләнеп ҡайтһындар!
Афарин, запастағы подполковник!
Фото: Р.Х.Баязитов.