Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Октябрь 2022, 07:00

«Иремә яңы кәләш эҙләй башлағайным...»

Ғүмерҙең һәр көнөнән йәм табып, башҡаларға өлгө булып йәшәгән көслө кешеләр бар. Улар бер ҙә зарланмай, тормошта осраған һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, алға атлай. "Юлдаш" радиоһында барған "Ҡанаттар" тапшырыуы тап шундай көслө рухлы кешеләр тураһында бәйән итә.
Проект барышында мин күңеле бай, ихлас кешеләр менән аралаштым. Улар араһында тыуғандан алып атлау мөмкинлегенән мәхрүм үҫмер ҡыҙ, үҙе етемлектә үҫкән, әле зәғиф бала тәрбиәләүсе әсә, икеһе лә күреү һәләтенән яҙған, әммә гөрләтеп донъя көткән ғаилә булды.
Сибай ҡалаһында йәшәүсе Хәйбулла ҡыҙы Наилә Мортаева – тапшырыуҙың сағыу геройҙарының береһе. Ул ире Айнур  менән ике бала үҫтерә. Көтмәгәндә бәлә ишек ҡаға. Наиләлә яман сир табалар. Тикшеренеүҙәр, ҡатмарлы процедуралар үтеп, дауахана тупһаһын күп тапарға тура килә. "Иң ауыры – сирҙе әсәйемдән йәшереү булды", –  ти Нәилә. Үҙе менән булған хәлдәр хаҡында ул интернет-блогында яҙып бара. Йәлләтергә түгел, ә башҡаларға көс, ҡеүәт биреү өсөн яҙа. "Бер мәл һауығыуға өмөтөм юғалды, хатта иремә яңғыҙ әхирәттәрем араһында яңы кәләш, балаларыма әсәй эҙләй баш­лағайным", – ти ҡатын. Яҡындарының йылыһы һәм рух ныҡлығы уға  ярҙам итә. Яман сир яйлап артҡа сигенә.
Дауланыу осоронда уның күңеле ижадҡа тартыла –  ҡатын-ҡыҙҙар өсөн заманса сел­тәр­ҙәр эшләргә тотона. Башта был шөғөлө күңел дауаһы булһа, аҙаҡ етди ҡыҙыҡ­һыныуға әйләнә. 
Наилә, күп тапҡыр химиотерапия ярҙамында ауыр дауалау процедуралары үтеп, толом-толом сәстәрен ҡырҡһа ла, алдағы юлы оҙон булырына ышана,  күңел ҡанаттары уны дәртләнеп йә­шәргә, ижад итергә, яҡындарын шатландырып, донъяны яратып йәшәргә әйҙәй. Көслө, тырыш, тормошто яратҡан геройҙарыбыҙ хаҡында сығарылыштарҙы  https://bash.news/yuldash  сайтында тыңларға мөмкин. 
Нурзилә УСМАНОВА.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: