Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Октябрь 2022, 16:40

Һигеҙ бәшмәксе аҙашҡан

Башҡортостанда бәшмәк йыйыу ваҡытында урманда һигеҙ кеше юғалған. Был хаҡта республикабыҙҙың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә.

Һигеҙ бәшмәксе аҙашҡан
Һигеҙ бәшмәксе аҙашҡан

12 октябрҙә ҡотҡарыусылар Туймазы районының Казнаковка ауылы янындағы урманда юғалған дүрт кешене эҙләй.

 

Баймаҡ районында ла ошоға оҡшаш хәл булған. Ашығыс хеҙмәттәргә 36 йәшлек ҡатын урмандан сығырға ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Уның һүҙҙәренсә, дүрт кеше, шул иҫәптән биш йәшлек бала, урманға бәшмәккә бара, ләкин кире юлды таба алмай. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комитет хеҙмәткәрҙәре билдәләнгән координаталар буйынса юлға сыҡҡан һәм кешеләргә урмандан сығырға ярҙам иткән.

 

Ике осраҡта ла аҙашыусылар иҫән-һау табылған, медицина ярҙамына мохтаж түгелдәр.

 

 

Фото: Т. Аманов

 

 

 

 

 

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: