Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Октябрь , 15:15

Иң-иңдәр кемдәр?

Республика Эске эштәр министрлығының шәхси состав менән эшләү буйынса идаралығында алдынғы хеҙмәткәрҙәрҙе бүләкләнеләр. 

Иң-иңдәр кемдәр?
Иң-иңдәр кемдәр?

Һөнәри байрамдары айҡанлы иң яҡшы "кадровиктар" төрлө наградаларға лайыҡ булды.

Илеш районынан Эске хеҙмәт подполковнигы Рәйес Насретдинов менән Өфөнән полиция майоры Марсель Насиров Рәсәй Эске эштәр министрлығының почет грамоталары менән бүләкләнде.

 

II дәрәжә "Эске эштәр министрлығында тырыш хеҙмәте өсөн" билдәһе менән бүләкләнеүселәр:

Ғәзинур Ҡотошев - эске хеҙмәт майоры, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса бүлеге начальнигы ярҙамсыһы;

Илмир Ғәниев - эске хеҙмәт майоры, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡыйғы районы буйынса бүлеге начальнигы ярҙамсыһы;

Гөлназ Маликова - эске хеҙмәт капитаны, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Дүртөйлө районы буйынса бүлегенән белгес. 

Хеҙмәт эшмәкәрлегендә өлгәшелгән ыңғай һөҙөмтәләр өсөн ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды:

Рәмил Вәлиев - эске хеҙмәт подполковнигы, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының рухи-психологик тәьмин итеү бүлеге начальнигы;

Әлфинә Ҡасимова - эске хеҙмәт майоры, Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы кадрҙар бүлегенең махсус йөкләмәләр буйынса инспекторы;

Эльвира Зиннәтуллина - эске хеҙмәт майоры, Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы инспекцияһының махсус йөкләмәләр буйынса инспекторы;

Валерьян Камалов - полиция капитаны, Өфө бүлеге;

Марсель Тулыбаев - эске хеҙмәт өлкән лейтенанты, Әбйәлил районы бүлеге;

Әлиә Мөхәмәтшина - эске хеҙмәт капитаны, Белорет районы бүлеге;

Ләйсән Байбаҙарова - эске хеҙмәт өлкән лейтенанты, Хәйбулла районы бүлеге;

Әлиә Ғиниәтуллина - эске хеҙмәт майоры, Өфө ҡалаһы бүлеге;

Ирина Горожанина - эске хеҙмәт майоры, Өфө ҡалаһы бүлеге.

 

Хеҙмәт бурыстарын намыҫлы үтәгәне өсөн Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының рәхмәт ҡағыҙы менән бүләкләнеүселәр:

Наталья Корнилова - эске хеҙмәт майорына, Йәрмәкәй районы бүлексәһе;

Лилиә Уйылдановаға - эске хеҙмәт капитаны, Өфө ҡалаһы бүлеге;

Александр Дмитриевҡа - полиция лейтенанты, Стәрлетамаҡ ҡалаһы бүлеге;

Лариса Гладковаға - эске хеҙмәт капитаны, Стәрлетамаҡ ҡалаһы бүлеге;

Анастасия Осиповаға - эске хеҙмәт капитаны, Бәләбәй районы бүлеге;

Айгөл Ғәбиҙуллинаға - эске хеҙмәт өлкән лейтенанты, Яңауыл районы бүлеге;

Михаил Волковҡа - эске хеҙмәт өлкән лейтенанты, Мәләүез районы бүлеге;

Радмила Хәсәноваға - юстицияның өлкән лейтенанты, Рәсәй Эске эштәр министрлығының шәхси состав менән эшләү бүлеге белгесе.

Республика буйынса эске эштәр органдарының кадрҙар хеҙмәте хеҙмәткәрҙәрен ҡотлайбыҙ. Хеҙмәттә уңыштар, карьера үҫеше теләйбеҙ!

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

Иң-иңдәр кемдәр?
Иң-иңдәр кемдәр?
Иң-иңдәр кемдәр?
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в