+6 °С
Болотло
Улар ике йыл дауамында 20-30 йәшлек ҡыҙҙарҙың "һөйөүе" менән һатыу иткән. Ҡыҙҙарҙы социаль селтәрҙәр аша эҙләп табып, аҡсалы эш менән ҡыҙыҡтырғандар.
Ғәйепләнеүселәрҙең интим хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса махсус притоны булмаған, фәхишәләрҙе клиенттарҙың адресы буйынса алып барғандар (ғәҙәттә сауналарға). Ҡыҙҙарҙың бер нисәүһен водитель-һаҡсылар адрес буйынса алып барып, клиент үҙенә оҡшағанын һайлап алған да, аҡса түләгәс, уның менән бергә ял иткән.
Баш ҡаланың төрлө райондарында фәхишәлек менән шөғөлләнгән ун ике ҡыҙ тотолған.
Енәйәт эшен тикшереү тамамланып, ҡарау өсөн судҡа ебәрелгән, тип БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Фото: БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.