Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Октябрь 2022, 15:29

Дрондар һәр ерҙә буласаҡ

Башҡортостан биләмәһендә 2023 йылда пилотһыҙ дрондар өсөн эксперимент хоҡуҡ режимы (ЭПР) булдырыласаҡ.

Дрондар һәр ерҙә буласаҡ
Дрондар һәр ерҙә буласаҡ

Был турала РФ Иҡтисади үҫеш министрлығына һылтанма менән БР Премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте.

ЭПР буйынса дрондар йөк ташыуҙа, ауыл хужалығы ҡоротҡостарына, урманды законһыҙ ҡырҡыуға һәм янғындарға ҡаршы көрәштә, авиахимик бурыстарҙы үтәүҙә ҡулланыласаҡ. 

- Ауырлығы 30 кг-дан ашыу пилотһыҙ авиасистемаларҙы ҡулланыуға сикләүҙәрҙе бөтөрөү төп бурыс булып тора. Әлеге ҡарар ауыл хужалығы культураларының ҡеүәтен арттырыуға, сығымдарҙы кәметеүгә булышлыҡ итәсәк, урмандарҙы һаҡлауҙы ла һөҙөмтәле итәсәк. Шулай уҡ экологияны яҡшыртыуға, транспортҡа көсөргәнеш төшөрөүҙе кәметеүгә лә йоғонто яһар. Беҙ ниндәй миҙгел булыуға ҡарамаҫтан төпкөл төбәктәр менән һәр саҡ бәйләнештә буласаҡбыҙ, - тине Андрей Назаров.

Башҡортостанда эксперимент өс йылға иҫәпләнгән.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: