+15 °С
Болотло
Ир простатит билдәләре менән табип-урологҡа барған. Бынан тыш, ул үҙенең мобилизацияға яраҡлы булыу булмауын асыҡларға уйлаған. Тик пациент үҙенең һорауына яуап алмаған, уның ҡарауы табип уға үҙенсәлекле дауалау тәғәйенләгән.
Пациентҡа таблеткалар курсын, шулай уҡ «Youtube-терапия»һын яҙғандар. Табип 24 йәшлек иргә сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыусы блогер нутрициологтың роликтарын ҡарарға кәңәш иткән. Билдәле булыуынса, блогер үҙ каналында дөрөҫ туҡланыу тураһында һөйләй. Пациент әйтеүенсә, ул таблеткалар эсә башлай, ә бына «Youtube-терапия»ны үтәмәйәсәк.
Табип-урологка килгәндә, ул үҙенең кәңәшендә насар бер ни ҙә күрмәй. Уны үтәргә лә, үтәмәҫкә лә мөмкин, ти белгес.
Фото: Т. Аманов