Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Октябрь 2022, 21:00

ҺАЛДАТ ӘСӘҺЕ МИН...

Ауыл осо ҡуйы ҡарағайлыҡ, Эргәһендә ап-аҡ ҡайындар- Һары япраҡтарын ергә түшәп, Аҙға ғына тынып ҡалғандар. Һөйәлдем дә ошо аҡ ҡайынға, Көскә тыйып ҡайнар йәшемде., Әрмеләргә оҙатамын мин дә Иң ҡәҙерле,ғәзиз кешемде. Ҡулъяулыҡҡа төрөп, һаҡлармын мин Улым ҡапҡан икмәк телемен. Хат-хәбәре тынмай килеп торһон: "Мин иҫән-һау,әсәй,именмен." Күңел әрней,донъя тыныс түгел, Үлем янай террор,ҡан-ҡойош. Ил алдында үҙ бурысын үтәп, Балам таҡты биленә ҡайыш. Үтеп китер һыуыҡ,ҡырыҫ ҡыш та, Яҙ еҫтәре торор бөркөлөп. Ишек шаҡып,алтын һары көҙҙә Ҡайтып төшөр улым бер килеп. ...Ғүмер бирә әсә балаһына Оҙаҡ йәшәһен тип был ерҙә. Именлектәр генә бирһен Хоҙай, Күрһәтмәһен ҡайғылар бер ҙә Фирүзә Йәнгирова

ҺАЛДАТ ӘСӘҺЕ МИН...
ҺАЛДАТ ӘСӘҺЕ МИН...

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: