Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Октябрь 2022, 11:34

Тағы ла ашығыс хәбәр!

Пензала Башҡортостандан, Ульяновск һәм Пенза өлкәләренән ир-егеттәр тупланған икенсе йыйылма отрядты кисә, 11 октябрҙә хәрби күнекмә урынына оҙатҡандар. Бының турала губернатор Олег Мельниченко хәбәр иткән.«Жители новых регионов России нуждаются в защите. Ее обеспечат в том числе и наши бойцы, смелость и преданность которых не подлежат сомнению», - тигән ул.

Тағы ла ашығыс хәбәр!
Тағы ла ашығыс хәбәр!

Быға хәтлем хәбәр итеүебеҙсә, ошо көндәрҙә Пензанан мобилизацияланған яҡташтарыбыҙҙың беренсе төркөмө юлға сыҡты. БР Башлығының “хәрби” һорауҙар буйынса кәңәшсеһе Юрий Орда аныҡлап китеүенсә, уларҙы Рәсәйҙең Көньяҡ хәрби округына хеҙмәт итергә йүнәлткәндәр. Алдан билдәле булыуынса, төркөм Ҡырымға ебәрелгән.

Һарытауҙың тимер юл вокзалынан резервсы яҡташтарыбыҙҙың тағы бер төркөмө хәрби өйрәнеү урындарына юлланған. Уларҙы вице-губернатор Игорь Пивоваров оҙатҡан.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас в