+6 °С
Болотло
Өсөнсө ҡаттағы бина янып китә. Ваҡиға урынынан видеоны социаль селтәргә һалғандар. «Башинформ» журналисына Федераль яза башҡарыу хеҙмәте идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, янғын ашығыс хеҙмәттәр килгәнсе һүндерелгән. Ут сығыу сәбәптәре асыҡлана.
«Бер квадрат метр майҙанда янғын сыға. Ваҡиға урынына РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре саҡырыла. Янғын һүндерелгән. Зыян күреүселәр юҡ», – тип хәбәр итте Федераль яза башҡарыу хеҙмәте Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Эльза Зарипова.
Фото: Т. Аманов