+6 °С
Болотло
"Шайморатовҡа һәм Тыуған илебеҙ өсөн башын һалған яугирҙарға һәйкәл ҡуйылған Совет майҙаны - Terra Bashkiria автобусы маршрутында. Был ике ҡатлы уңайлы автобус менән Өфө үҙәгендә ике сәғәтлек сәйәхәттә йөрөргә мөмкин. Ул былтырғы йәйҙән алып йөрөй. Ошо ваҡытта республиканан, илебеҙҙең башҡа төбәгенән, сит илдән 20 мең туристы хеҙмәтләндерҙе. Экскурсия автобусы рәсми делегациялар араһында ла популяр. 1 сентябрҙән ул ҡышҡы ваҡытта йөрөй - шишәмбе, кесе йома, шәмбе иртәнге сәғәт 10-да, төшкө 1-ҙә һәм киске 6-ла", - тип яҙған социаль селтәрҙә Радий Хәбиров.