"Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы" милли проектына ярашлы ойошторолған был тур бик күңелле булған. Балалар автобусҡа инеп ултырыу менән гид ударға төрлө һорау яуҙырған, дөрөҫ яуаптарға приздар таратҡан. Уҡыусылар Нефтекаманың тарихи-крайҙы өйрәнеү музейында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән танышҡан. Ҡаланың төп иҫтәлекле урындары ла улар күңелендә яҡты хәбирәләр ҡалдырған. Квест, дискотека - балалар бында ла әүҙем булған, әлбиттә. Сәйәхәттең икенсе көнөнә улар Николо-Березовка ауылындағы музейға, ҡорамға, хатта баҙарға барған. БДУ-ның Нефтекама филиалына ла ингән.
Фото: Дүртөйлө районы хакимиәтенән.