+6 °С
Болотло
Билдәле булыуынса, Стәрлетамаҡта йәшәүсе Ришат ил һаҡлауға йәлеп ителә. Уның Ксения менән туйҙары уҙырға тейеш була. Ирҙе Пензаға мобилизациялауҙарына ҡарамаҫтан, ғашиҡтар туйҙы кисектермәҫкә ҡарар иткән. Уларға был йәһәттән ҡала властары ярҙам итә. Улар кәләштең Пензаға барыуын ойоштора. Урындағы ЗАГС-тарҙың береһендә йәштәр никахлаша.
« Ришат менән Ксенияны ғаилә ҡороуҙары менән ҡотлайбыҙ! Уларға үҙ-ара аңлашып, бәхетле йәшәүҙәрен һәм ныҡлы мөхәббәт теләйбеҙ. Йәштәрҙең ғаилә тормошо сағыу һәм ыңғай булһын!», – тип яҙҙы Рөстәм Ғәзизов.
Билдәләп үтергә кәрәк, Рәсәйҙә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәндән алып был теркәлгән беренсе никах түгел.
Фото: Т. Аманов