Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Октябрь 2022, 16:30

Ике номинация буйынса тауыш биреү башланды

1 сентябрҙән 18 октябргә тиклем Өфө ҡалаһында «Рәсәй. Йәй. Китап. Китапханаларҙың иң яҡшы йәйге тәжрибәләре» Бөтә Рәсәй конкурсы үтә. Бында бөтә ил буйынса дәүләт һәм муниципаль китапханаларынан 100-ҙән ашыу хеҙмәткәр ҡатнаша.

Ике номинация буйынса  тауыш биреү башланды
Ике номинация буйынса тауыш биреү башланды

Конкурсты Өфө ҡалаһы ҡала округының  Үҙәк ҡала китапханаһының методик бүлеге ойоштора. Уның маҡсаты – профессиональ мөхиттә сараларҙы уҙғарыуҙың һәм алдынғы китапханалар тәжрибәһен таратыуҙың иң яҡшы өлгөләрен асыҡлау.

Конкурс ике номинация буйынса үтә: «Иң яҡшы онлайн-сара» һәм «Иң яҡшы офлайн-сара». «Иң яҡшы онлайн-сара» номинацияһында – 18 эш, «Иң яҡшы офлайн-сара» номинацияһында 151 эш ҡатнаша.


Эштәрҙе абруйлы жюри 10 октябрҙән 17-һенә тиклем ойоштороусы китапхананың рәсми сайтында www.ufa-lib.ru  тауыш биреү юлы менән дә баһалаясаҡ.

Тауыш биреү өсөн һылтанма: https://ufa-lib.ru/luchshee-oflajn-meropriyatie һәм https://ufa-lib.ru/luchshee-onlajn-meropriyatie 
Тауыш биреү 17 октябрҙә Өфө ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 12-лә тамамланасаҡ. Ә 18 октябрҙә конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ.

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: