Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Октябрь 2022, 20:09

"Фронтҡа китеүсенең артынан төкөрмәйҙәр..."

Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Бадрановтың махсус хәрби операцияға китергә әҙерләнеүе тураһында хәбәр иткәйнек. Ошоға бәйле ул социаль селтәрҙә тағы ла аңлатма бирҙе.

"Фронтҡа китеүсенең артынан төкөрмәйҙәр..."
"Фронтҡа китеүсенең артынан төкөрмәйҙәр..."

Азат Шамил улы Өфөлә хәрби әҙерлек үтә, ҡайһы берҙә кәңәшмә лә ҡатнаша. 

"Беренсенән, минең дәүләт хеҙмәтендәге контрактым юридик рәүештә хәрби хеҙмәткә китеү буйынса контрактҡа ҡул ҡуйғанда тамамлана. Тейешле норматив акт баҫыласаҡ. Әле хәрби хеҙмәт буйынса контракт әҙерләнә. Кем ошондай документ төҙөгән, ниндәй ҙур бюрократик эш икәнде яҡшы белә. Шуға әле формаль рәүештә минең чиновник статусым һаҡлана. Икенсенән, хәрби әҙерлек көн һайын иртәнән кискә тиклем бара. Полигонда, тирҙа, спорт залдарында. Дөйөм алғанда, кәңәшмә, оперативкаларҙа ҡатнашмайым, эшем коллегаларыма тапшырылған, әммә һирәкләп, Башлыҡ ҡушыуы буйынса айырым кәңәшмәләргә киләм. Ҡағиҙә булараҡ, кис көнө. Шунда мине бәғзе бер киң мәғлүмәт саралары күргән дә инде. Өсөнсөнән, Республика көнөн билдәләү саралары минең графигымда айырылып торҙо. Шайморатовҡа һәйкәл асыуға күп ҡунаҡ килде, һәр береһе Хөкүмәт ағзаларына беркетелгәйне. Минең өлөшөмә ДНР башлығы Денис Пушилинды оҙатып йөрөү төштө. Дүртенсенән һәм бишенсенән, мин октябрь аҙағында-ноябрь башында китәсәкмен. Әҙ ҡалды. Сабыр итегеҙ, дуҫтарым һәм дуҫ түгелдәрем. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: фронтҡа китеүсенең артынан төкөрөк сәсмәйҙәр" - тип яҙған ул "Бәйләнештә" селтәрендәге сәхифәһендә.

Фото: vk.com

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: