Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Октябрь 2022, 12:48

"Беҙ берләшһәк, көслөрәк булабыҙ"

"Берҙәм Рәсәй" партияһы, "Берҙәм Рәсәйҙең йәш гвардияһы" һәм #БЕҘБЕРГӘ (#МЫВМЕСТЕ) хәрәкәте мобилизацияланыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә ил буйынса берләшә.

"Беҙ берләшһәк, көслөрәк булабыҙ"
"Беҙ берләшһәк, көслөрәк булабыҙ"

Дөйөм штаб төҙөп, "бер тәҙрә" тибында ярҙам итәсәктәр. Бында һүҙ бөтә төр ярҙам тураһында бара - көнкүрештән башлап психологик ярҙамға тиклем.

Йәмәғәт штабтарына бик күп мөрәжәғәт килә. Халыҡ субсидиялар биреү менән дә ҡыҙыҡһына, ти партияныҡылар. Беҙҙә иһә партияның урындағы бүлексәһе Шайморатов исемендәге волонтерҙар штабы булдырҙы. Әлегә унда меңдән ашыу шылтыратыу ҡабул ителгән. Халыҡ гуманитар ярҙамға ла әүҙем ҡушылырға теләй. Шайморатовсылар үҙҙәре мобилизация буйынса хеҙмәткә алыныусыларҙың ғаиләләренә адреслы ярҙам күрһәтә.

Был еңел булмаған осорҙа берҙәмлек - иң мөһиме. Бер-беребеҙгә иң ҡуйып, мохтаждарға ярҙам итеп, дөйөм бәләне үҙебеҙҙекеләй күреп, берләшкәндә, барыһы ла яҡшы буласаҡ.

Фото: БР "Берҙәм Рәсәй" бүлексәһе.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: