Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Октябрь 2022, 23:00

Башҡортостанда бер ҡатын иренең арҡаһына бысаҡ ҡаҙаған

Сөнки, ҡатындың фекеренсә, ире аҡсаны әҙ эшләгән.

Башҡортостанда бер ҡатын иренең арҡаһына бысаҡ ҡаҙаған
Башҡортостанда бер ҡатын иренең арҡаһына бысаҡ ҡаҙаған

Яңауылда ғаиләлә сыҡҡан ғауға күңелһеҙ тамамланған. 38 йәшлек ҡатын ире менән һүҙгә килешкән һәм уның арҡаһына бысаҡ ҡаҙаған. Полицейскийҙар һорау алғанда, ул был көндө ире менән ауылдан ҡайтыуҙары һәм бер аҙ ял итеп, спиртлы эсемлектәр эсеүен әйткән. Ҡыҙмаса булған ҡатын ирен аҙ аҡса эшләүҙә ғәйепләгән. Һүҙҙәре етмәгәс, ул аш-һыу бүлмәһенән бысаҡ алып, иренең арҡаһына сәнскән. Иң ғәжәбе, ир кеше аңын юғалтмаған һәм ҡанһырап үлмәгән. Ул машинаһының руле артына ултырып, дауаханаға киткән, унда уның арҡаһынан бысаҡты тартып сығарғандар. Шунан һуң полицейскийҙар зыян күреүсенең өйөнә юлланған һәм уның ҡатынын ҡулға алған. Әле ҡатынға ҡарата « Кеше Һаулығына ауыр зыян килтереү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ул һаҡ аҫтына алынған.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в