-7 °С
Болотло
Янғын Заречная урамындағы бер ҡатлы бүрәнә йортта сыҡҡан. Йортта әсә кешенең туғыҙ балаһы менән йәшәүе билдәле. Янғын ваҡытында бинала биш кеше булған. 13 йәшлек ҡыҙыҡай утты күреп ҡала һәм бар туғанын ваҡытында сығарып өлгөрә. Әле үҫмерҙәр дауаханала, һәләк булғандар юҡ.
Ут сығыу сәбәптәре асыҡлана.
Фото: Т. Аманов