Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Октябрь 2022, 15:47

Бәхил бул, ветеран...

Бәләбәй районында 102 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Яҡуп Әйүповты һуңғы юлға оҙаттылар.

Бәхил бул, ветеран...
Бәхил бул, ветеран...

 Район хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев белдереүенсә, һуғыш ҡаһарманы 11 октябрҙә вафат булған.

Яҡуп Юныс улы Мәтәүбаш ауылында 1920 йылдың 1 сентябрендә тыуған. 1940 йылдың сентябрендә әрме хеҙмәтенә алынған. Алыҫ Көнсығышта һауаға ҡаршы оборона ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән, милитаристик Японияның Квантун армияһына ҡаршы һуғышҡан. Зенит расчетының элекке командиры тыныс тормошҡа тик 1946 йылда ғына әйләнеп ҡайтҡан. Хәрби хеҙмәте өсөн "Японияны еңгән өсөн", Жуков миҙалы, икенсе дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградланған.

Яугир тыныс тормошта һынатмаған, ил хужалығын тергеҙеүҙә ҡатнашҡан. Бәләбәй баш урмансылығында 37 йыл эшләгән, тырыш хеҙмәте күп тапҡыр билдәләнгән. Башҡортостандың атҡаҙанған урмансыһы һәм Бәләбәй районының почетлы гражданы исемдәрен алған. Тормош иптәше Рауза Инсафетдин ҡыҙы менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: