Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Октябрь , 21:00

ҠАЙТЫРМЫН

Әйҙә туңдырһындар ыжғыр елдәр,Ҡырыҫ көндәр әйҙә үтһендәр.Һинең хатыңдағы йәйғор һүҙҙәр,Ошо көндә ярҙам итһендәр. Һуңғы туптың гөрһөлдәүе тынғас,Һиңә тартып йәнем елкенер.Дошман ҡаршылығы тамам һынғас,Мин ҡайтыр көн иркәм бер килер. Күңел ташыр шат күрешеү татыпИрендәргә ирен ҡушылыр.Ә хәҙергә аҡ хәбәрле хатым,Китә торһон ҡыйғыр ҡош булып. Мөхәмәтйәр Мәғәсүмов  

ҠАЙТЫРМЫН
ҠАЙТЫРМЫН

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в