+10 °С
Болотло
Росконтроль эксперттары Рәсәй магазины кәштәләренә ҡуйылған көнбағыш майы брендтары рейтингын төҙөп, тикшереү мәғлүмәтен баҫтырып сығарҙы. Шулай итеп, беренсе урынды «Слобода» майы (7,3 балл) биләй, икенсе урында – Mr.Ricco (7,1 балл) алды, өсөнсө урынды «Олейна», «Злато», «Золотая семечка» һәм «Благо» (6,9 балл) бүлеште.
Ә «Каролина» менән «Селяночка» тигән көнбағыш майҙары «ҡара исемлек»кә индерелде. Уларҙың маркировкаһы дөрөҫ түгел, сифаттары юғары сортҡа тап килмәй, ти белгестәр.
Фото: Т. АМАНОВ.