– Бөгөн – күркәм ваҡиға, беҙ матди-техник нигеҙҙе яҡшыртыуҙы дауам итәбеҙ. Республикабыҙҙа барлығы 1465 мәктәп автобусы бар, улар 872 маршрут буйынса 50 меңдән ашыу баланы уҡырға йөрөтә. Йылдан-йыл уҡыусыларҙың һаны арта бара. Балаларҙы йөрөтөү шартын камилаштырып ҡына ҡалмайбыҙ, уларҙың хәүефһеҙлеген дә тәьмин итәбеҙ. Был йүнәлештә эште артабан да дауам итәсәкбеҙ, – тип белдерҙе ул.
Әлеге яңы 20 автобус республиканың 15 районына оҙатылып, иҫкергән транспортты алыштырасаҡ.
Әйткәндәй, ГАЗ маркалы яңы автобустар 18 урынға иҫәпләнгән, барлыҡ хәүефһеҙлек талабына яуап бирә, заманса ГЛОНАСС юлдаш навигацияһы системаһы, тахографтар, өҫтәмә автономлы йылытыу ҡорамалы һәм хәүефһеҙлек ҡайыштары менән йыһазландырылған.
Фото: Т. АМАНОВ.