Киске сәғәт һигеҙ тирәһендә Мәләүез районында, Салауат-Ергән автомобиль юлының 1-се саҡрымында, 26 йәшлек егет "Chevrolet Lanos" машинаһында велосипедта китеп барған 64 йәшлек ирҙе бәрҙерә. Ир ваҡиға урынында һәләк булған. Билдәле булыуынса, автомобиль билдәләнгән тәртиптә теркәлмәгән, шулай уҡ йәш кешенең водитель стажы бер йылдан кәмерәк.
Киске сәғәт унынсыла Шишмә районында, Келәш-Һайран-Ибраһим автоюлының 4-се саҡрымында, Өфө районынан 43 йәшлек ир "Газель Некст" машинаһында 54 йәшлек йәйәүлене тапай. Йәйәүле алған йәрәхәттәрҙән вафат булған. Уның кейемендә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар юҡ. Әле хәлде тикшереү бара.
Бөгөн төндә Һамар-Өфө-Силәбе автомобиль юлының 1475-се саҡрымында, Ульяновск өлкәһенән 27 йәшлек ир "Газель" машинаһында билдәһеҙ йәйәүлене бәрҙерә. Ҡапыл туҡтаған "Газелгә" "Volvo" йөк машинаһы төртөлә. Көслә бәрелеүҙән йәйәүле йән биргән. Уның шәхесе асыҡлана.
Фото: БР ЮХХДИ.