Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Октябрь 2022, 16:45

Тағы көнсөллөк, тағы бысаҡ...

Никахһыҙ йәшәгән 38 йәшлек ҡатын менән 43 йәшлек ир ауылдан Яңауыл ҡалаһына килгәс, байрам итеп алғандар. Эсеп ултырғанда ғауға ҡупҡан: ҡатын ирҙе ныҡ көнләшкән, аҡса етмәүҙә лә һөйгәнен ғәйепләгән. Ир арты менән боролған икән, үҙен-үҙе ҡыҙҙырған ҡатын уның арҡаһына бысаҡ ҡаҙаған. Ир шаҡ ҡатҡан. Шунан урамға сығып, машинаһына ултырған да, дауаханаға килгән.  

Тағы көнсөллөк, тағы бысаҡ...
Тағы көнсөллөк, тағы бысаҡ...

Иргә табиптар ярҙам күрһәткән һәм был турала полицияға хәбәр иткән.

Ҡатынға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ул үҙ ғәйебен танған.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в