Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Октябрь 2022, 14:42

Стәрлетамаҡта ут һүнгән

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Стәрлетамаҡ ҡалаһында 85 күп фатирлы йорт (унда биш меңдән ашыу кеше йәшәй) һәм 550 шәхси йорт (1100 кеше) утһыҙ ҡалған.

Стәрлетамаҡта ут һүнгән
Стәрлетамаҡта ут һүнгән

Әлеге ваҡытта "АСТ" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең авария бригадаһы ремонт эштәре менән мәшғүл. Бөгөн киске сәғәт 6-ға тиклем авария-тергеҙеү эштәрен тамамларға ниәтләйҙәр. Хәл контролдә тотола.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в