Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Октябрь 2022, 10:02

Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаттары билдәле булды

Башҡортостан Башлығы указы менән әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына түбәндәгеләр лайыҡ булды.

Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаттары билдәле булды
Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаттары билдәле булды

"Шүлгәнташ" тарихи-мәҙәни музей комплексы экспозицияһы проекты өсөн "Архтамға" йәмғиәте коллективы төркөмө - Рөстәм ӘЛИБАЕВ (генераль директор), Илфат АҠТУҒАНОВ (баш инженер), Гөлфиә ТАЖЕТДИНОВА (баш архитектор).

"Заһир Исмәғилевтың алтын мираҫы" проекты өсөн БР Милли симфоник оркестр хеҙмәткәрҙәре - Артур НӘЗИУЛЛИН (генераль директор) һәм Дмитрий КРЮКОВ (баш дирижер)

"Салауат вариҫтары сигенә белмәй" спектакле өсөн БР Кинематографтар берлеге рәйесе Зөһрә БУРАҠАЕВА (сценарий авторы), Артур КӘБИРОВ (БАДТ актеры, төп роль), Рәйес НИЗАМЕТДИНОВ (Р. Ғарипов ис. 1-се БРГИ педагогы, хореография).

Ҡотлайбыҙ!

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в