+6 °С
Болотло
Республика етәксеһе бөгөн иртән ҡатыны менән һәйкәлде асыуға бәйле һуңғы әҙерлекте ҡараған һәм шунда уҡ видео ла төшөргән. Унда Радий Хәбиров белдереүенсә, һәйкәл торған майҙанға Тыуған ил өсөн һәләк булғандарҙы хәтерләү өсөн ғаилә менән киләсәктәр, бик матур урында ял да итәсәктәр.
БР Башлығы шулай уҡ әле илебеҙҙе һаҡлаусы ир-егеттәргә өйҙәренә иҫән-имен ҡайтыуҙарын теләне.
"Беҙҙең барыһы ла яҡшы буласаҡ. Беҙ - көслө һәм ныҡбыҙ. Тыныслыҡ, именлек барығыҙға ла!" - тине Радий Хәбиров.