Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Октябрь 2022, 17:42

Наградаларығыҙ ҡотло булһын!

Республика көнөнә арналған йыйылышта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров байтаҡ шәхескә орден-миҙалдар тапшырҙы.

Наградаларығыҙ ҡотло булһын!
Наградаларығыҙ ҡотло булһын!

Ошо көндәрҙә юбилейын ҡаршылаған атаҡлы артист Фидан Ғафаров Халыҡтар дуҫлығы орденына лайыҡ булды. Ошо уҡ мәртәбәле награданы билдәле тарихсы Инга Гвоздикова, академик, архитектор Салауат Щербаков та таҡты.

Салауат Юлаев ордены менән Мәләүез районының Нордовка ауыл биләмәһе башлығы, тәжрибәле тракторсы, быйыл ер һөрөү буйынса Рәсәй чемпионатында икенсе урын яулаусы Илдар Ишекәев бүләкләнде.

БР Хөкүмәте аппараты етәксеһе - министры Азамат Абдрахманов Шайморатов орденына лайыҡ булды. Ул бына ярты йылдан ашыу Донбассты тергеҙеү эшендә ҡатнаша. Ошондай уҡ орден БР буйынса Эске эштәр министрлығының йәмәғәт советы рәйесе Рафаил Диваев күкрәгенә лә тағылды.

Билдәле офтальмолог, РФ-тың атҡаҙанған табибы Эрнст Мулдашевҡа, тарихсы, БДУ-ның Тарих һәм дәүләт хеҙмәте институты доценты Рәмил Рәхимовҡа "Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн" миҙалы тапшырылды.

Ҡотлайбыҙ!

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в