Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Октябрь , 16:11

Мобилизацияланыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары арттырыла

Республика көнөнә арналған йыйылышта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, ул бөгөн мөһим ҡарарға ҡул ҡуйған.

Мобилизацияланыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары арттырыла
Мобилизацияланыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары арттырыла

Махсус хәрби операцияға китеүселәрҙең ғаиләләренә күрһәтеләсәк ярҙам саралары 30-ҙан ашыу. Улар балалар баҡсаларына алыу, бала ҡараған өсөн түләү, балалар аҙығы биреү, йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү, балалар һауыҡтырыу лагерҙарына бушлай юллама, өйҙә социаль ярҙам күрһәтеү кеүек сараларҙан ғибәрәт. Шулай уҡ мобилизация буйынса китеүселәрҙең ғаиләләренә "Жилстройсбережения" программаһында ҡатнашыу шарттары йомшартыласаҡ.

Радий Хәбиров һәр ваҡыт ҡабатлай: "Беҙ ярҙамһыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ".

Фото: "Башинформ"

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в