Хөрмәтле ватандаштар!
Һеҙҙе Башҡортостандың дәүләт байрамдары араһында иң мөһиме - Респулика көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым!
Башҡортостандың сәйәси тотороҡлоҡ нигеҙен милләт-ара һәм дин-ара татыулыҡтың күп йылдар дауамында һалынған йолалары, граждандар йәмғиәте институттарының уңышлы үҫеше тәшкил итә. Иҡтисадтағы, социаль өлкәләге ҡаҙаныштарыбыҙ борондан килгән тарихыбыҙ һәм мәҙәни мираҫыбыҙ, илһөйәр һәм тоғро хылҡыбыҙ, тыуған төйәгебеҙҙе ысын йөрәктән яратыуыбыҙ арҡылы башҡарылған хеҙмәтебеҙҙең һөҙөмтәһе. "Иле ныҡтың ғына биле ныҡ", - ти халҡыбыҙ. Халҡыбыҙ, ниндәй генә ауыр һынауҙар булмаһын, һәр ваҡыт бәләкәй Ватанының ғына түгел, ә тотош иленең яҙмышы өсөн яуаплылыҡ тойоп йәшәгән. Бөгөн дә ир-уҙамандарыбыҙ Ватаныбыҙға тоғролоҡ күрһәтеп ил һағына баҫһа, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ - милләт әсәләре уларға терәк булыу өсөн бергә берләште. Илебеҙҙең ныҡлыҡ нигеҙҙәре беҙҙең бөтәбеҙҙең дә тырышлығына һәм берҙәмлегенә таяна.
Киләсәктә лә изге ниәттәребеҙ тормошҡа ашһын, Ватан һаҡсылары имен-аман еңеү менән ҡайтһын, илебеҙ тыныс, ғаиләләр ишле, эштәр бәрәкәтле һәм уңышлы булһын! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, рух күтәренкелеге, бәхет һәм изгелек теләйем! Республика көнө менән!
БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина.