Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Октябрь 2022, 20:10

Өфөлә ҡотҡарыусылар йырынға ҡолаған иргә ярҙам иткән

Өфө ҡотҡарыусылары 53 йәшлек иргә йырындан сығырға ярҙам иткән. Был хаҡта ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығы хәбәр итә.

Өфөлә ҡотҡарыусылар йырынға ҡолаған иргә ярҙам иткән
Өфөлә ҡотҡарыусылар йырынға ҡолаған иргә ярҙам иткән

11 октябрҙә көндөҙгө сәғәт 2-ләр тирәһендә Чудинов урамы эргәһендәге тимер юл артындағы урманда кешенең йырынға ҡолауы тураһында мәғлүмәт килә. Ваҡиға урынына килеп еткән ҡотҡарыусылар йырын битләүендә зыян күргән кешене таба.

Ирҙе носилкаға һалып, альпинистар ҡорамалы ярҙамында өҫкә күтәргәндәр. Йығылғанда ул етди йәрәхәттәр алмаған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре зыян күреүсене табиптарға тапшырған.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в