Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Октябрь 2022, 12:56

Өфөлә легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылды

Йырҙарҙа йырланған, нисәмә быуындың өлгөһө булып торған, тарих биттәренә үҙенең данлыҡлы эҙен һалған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың таш һыны - Өфөнөң Совет майҙанында.  

Өфөлә легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылды
Өфөлә легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылды

Алдан белдереүҙәренсә, көткән ваҡыт етте - бөгөн Республика көнөндә һәйкәл асылды.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығышында әйтеүенсә, бөгөн - әһәмиәтле көн.

- Этим величественным монументом мы обращаемся к легенде, гордости, душе нашего народа, символу его героизма – генералу Минигали Мингазовичу Шаймуратову. 
Мы выражаем сердечную благодарность Президенту страны Владимиру Владимировичу Путину, который восстановил историческую справедливость, присвоив комдиву звание Героя России.
Памятник генералу Шаймуратову, восстановленный Мемориальный комплекс на Саур-могиле, Ржевский мемориал советскому солдату… Всё это часть проводимой в стране большой работы по сохранению и защите исторической памяти. 
От имени всего Башкортостана благодарю автора памятника, выдающегося российского скульптора, сына башкирского народа Салавата Александровича Щербакова. Спасибо Вам, дорогой Салават Александрович! Вы создали национальный пантеон героев Башкортостана, связавший воедино воинскую славу многих поколений защитников Отечества, - тине Радий Фәрит улы.
Ул шулай уҡ һәләк булған батырҙарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алырға саҡырҙы.

Һәйкәлде асыу сараһында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәйес Әбдрәшитов, ДНР башлығы вазифаһын башҡарыусы Денис Пушилин, РФ Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский, РФ Оборона министрлығының баш генераль инспекторы Валерий Баранов, билдәле архитектор, Рәсәй фәндәр академияһы академигы Салауат Щербаков сығыш яһаны.

Әйткәндәй, Шайморатов һәйкәле БР Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән ҡуйылды.

Һәйкәл Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаковтың һәм Башҡортостандың атҡаҙанған архитекторы Константин Донгузовтың берлектәге проекты буйынса эшләнгән монументаль ансамблдең төп өлөшө булып тора.

Постаментты ике яҡтан колоннада уратҡан. Ул – хәүеф алдында халыҡтың берләшеүен аңлата.

Миңлеғәле Шайморатов мөһим мәлдә – кавалерия атакаһында һүрәтләндерелгән. Уның ҡурҡыу белмәҫ яугирлығы йөҙөнә лә сыҡҡан.

Постаменттың фасадында “Рәсәй Федерацияһы Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа” тип яҙылған һәм Рәсәй Геройы Йондоҙо менән геральдик ҡалҡан бар. Ике яҡтан Шайморатов тураһында мәғлүмәттәр урынлаштырылған.

Был һәйкәл урынлашҡан майҙандан бер ҡасан да кеше өҙөлмәҫ, ул халыҡтың яратҡан урынына әүерелер тип ышанабыҙ. Һәм, әлбиттә, мәңгелек хәтер булып торасаҡ.

Фото: Юлай Кәримов.

Өфөлә легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылды
Өфөлә легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылды
Өфөлә легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылды
Өфөлә легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылды
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: