Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Октябрь 2022, 09:50

Башҡортостанда психикаһы ҡаҡшаған водителдәрҙең таныҡлыҡтары тартып алынды

Прокуратура талабы буйынса, суд психикаһы ҡаҡшаған водителдәрҙең таныҡлыҡтарын тартып алған. Был хаҡта Башҡортостан прокуратураһы хәбәр итә.

Башҡортостанда психикаһы ҡаҡшаған водителдәрҙең таныҡлыҡтары тартып алынды
Башҡортостанда психикаһы ҡаҡшаған водителдәрҙең таныҡлыҡтары тартып алынды

Автомобиль һәм үҙйөрөшлө машиналар менән идара итеү хоҡуғына эйә булған өс кеше психикаһы ҡаҡшаған кешеләр өсөн диспансер иҫәптә торған.

Ләкин закон буйынса, үрҙә күрһәтелгән ауырыуҙар менән яфаланған кешеләрҙең транспорт менән идара итеү хоҡуғы юҡ. Прокуратура уларҙың водитель таныҡлыҡтарын алыуҙы талап итеп, судҡа мөрәжәғәт итә.

Прокуратура талаптары тулы күләмдә ҡәнәғәтләндерелде.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в