Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Октябрь 2022, 11:01

Ҡайһы ҡалала һөт арзан?

Республика статистика хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, сентябрҙә иң ҡиммәт пастеризацияланған бер литр һөттөң хаҡы 66,65 һум булған.

Ҡайһы ҡалала һөт арзан?
Ҡайһы ҡалала һөт арзан?

Өфөлә шундай хаҡҡа һатылған. Был да уртаса әле ул. Шулай уҡ Сибайҙа ла арзан булмаған - 65,82 һум.

Ә дөйөм алғанда, авгусҡа ҡарағанда, хаҡтар бер аҙ төшкән. Йәйҙең һуңғы айында бер литр һөт уртаса 65,54 һум торған.

Әйткәндәй, һайланма күҙәтеү буйынса иң арзан һөт Нефтекамала һатыла икән. Сентябрҙә был ҡалала уртаса хаҡы 60,82 һум булған. Стәрлетамаҡта ла ҡиммәт түгел - литры 62,11 һум.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в