Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Октябрь 2022, 18:20

Һалдаттар ҙа илай

Шайморатов батальонына ирекмән булып ҡушылған яугир ҡыҙынан хат алып күҙ йәштәрен тыя алмаған.

Һалдаттар ҙа илай
Һалдаттар ҙа илай

Башҡортостан башлығы кәңәшсеһе һәм Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекле батальон ойоштороу башланғысы авторы социаль селтәрҙәрҙә тетрәндергес тарих менән уртаҡлашты. Алик Камалетдинов алғы һыҙатта булған яугирҙарға яҡындары яҙған хаттарҙы тапшырҙы. Билдәле булыуынса, хәрбиҙәрҙең береһе күҙ йәштәрен тыя алмаған. Ирекмән ҡыҙының һүрәттәрен күреп, хис-тойғоларға ирек бирә. «Беҙҙең егеттәр яҡшы яугирҙарҙан тыш, хисле атайҙар, ирҙәр, улдар ҙа. Улар, туғандарынан хәбәр алып, ситкәрәк китеп, окоп тормошонан һәм хәрби эштән һөйәлләнгән ҡулдары менән күҙ йәштәрен һөртә... Яугирҙарым менән бик ғорурланам, улар бөтәһе лә геройҙар, ысын ир-егеттәр!!! Мин ошо батальонды - «300 спартанц»ы тип атаным, түҙә алмағандары китте, төрлө яҡҡа сәселде, иң яҡшыларҙан яҡшылары ғына ҡалды!», - тип билдәләне Алик Камалетдинов.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в