-1 °С
Болотло
Кисә иртән Стәрлетамаҡ районында, Стәрлетамаҡ-Стәрлебаш автомобиль юлының 14-се саҡрымында, 42 йәшлек ир "Лада Ларгус" машинаһында юлдан осоп түңкәрелгән. Водитель алған йәрәхәттәрҙән вафат булған. Уның 30 йәшлек пассажиры дауаханаға оҙатылған. Тикшереү башланған, уның барышында ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.
Бөгөн иртәнге сәғәт ете тирәһендә Стәрлетамаҡта, Өфө трактында, 27 йәшлек ир "Лада Гранта" машинаһында электр бағанаһына бәрелгән. Водитель ауыр йәрәхәттәрҙән йән биргән..... Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана.
Фото: БР ЮХХДИ.