Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Октябрь 2022, 15:54

Теракттарға ҡаршы яуабыбыҙ

Ошо сәғәттәрҙә Рәсәй Президенты Хәүефһеҙлек советы ағзалары менән ултырыш үткәрҙе. Унда белдереүенсә, бөгөн иртә менән Оборона министрлығы тәҡдиме һәм Рәсәйҙең Генераль штабы планы буйынса Украинаның мөһим объекттары утҡа тотолған.

Теракттарға ҡаршы яуабыбыҙ
Теракттарға ҡаршы яуабыбыҙ

Президент ултырыш ваҡытында Ҡырым күперендәге ваҡиға тураһында отчет талап итте. Алдан яҙғайныҡ инде - шартлауҙы Украинаның махсус хеҙмәттәре ойошторған. Улар быға тиклем дә беҙҙең ил территорияһына атты. Шул иҫәптән, "Төрөк ағымы" газ үткәргесенең дә бер участкаһына һөжүм итте.

"Сегодня утром по предложению Министерства обороны и по плану Генерального штаба России нанесён массированный удар высокоточным оружием большой дальности воздушного, морского и наземного базирования по объектам энергетики, военного управления и связи Украины" - тине Владимир Путин.

Беҙгә тағы ла теракттар ойошторһалар йәки маташһалар, яуабыбыҙҙың ҡаты буласағын да иҫкәртте.

Әле Киев үҙәгендә лә шартлауҙар булған. Быны ҡала мэры В. Кличко ла раҫлай. Рәсәй Ҡораллы көстәренең бомба-снарядтары башҡа ҡалаларға ла төшкән. Иҫкәрттек: был - яуап.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: