Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Октябрь , 14:56

Проектыңды ғәмәлгә ашырыу өсөн грант от

Киләһе йылға Президент гранттарын алыу буйынса беренсе конкурсҡа документтар ҡабул ителә.

Проектыңды ғәмәлгә ашырыу өсөн грант от
Проектыңды ғәмәлгә ашырыу өсөн грант от

Унда коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҡатнаша ала.

Түбәндәге йүнәлештә эшләүселәр иғтибар итһен:

Социаль тәьминәт, ярҙам, граждандарҙы социаль яҡлау;

Һаулыҡ һаҡлау, сәләмәт тормошто таратыу;

Ғаиләгә, әсәлеккә, аталыҡҡа, балалыҡҡа булышлыҡ итеү;

Фән, мәғариф, мәғрифәт проекттары;

Тарихи хәтерҙе һаҡлау;

Мөхитте һаҡлау;

Милләт-, дин-ара татыулыҡ;

Ижтимағи дипломатия, ватандаштарға ярҙам итеү;

Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү.

Ғаризалар https://президентскиегранты.рф/ сайтында, электрон формала 31 октябргәсә ҡабул ителә.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в