Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Октябрь 2022, 15:45

Мутлашыусыны тоторға ярҙам иткән

Өфөлә 49 йәшлек ҡатын мутлашыусы ирҙе тоторға ярҙам иткән. Енәйәтсене яуаплылыҡҡа тарттырыу өсөн ул тәүҙә уға ышаныуын белдергән, ә  аҙаҡ полиция саҡыртҡан.

Мутлашыусыны тоторға ярҙам иткән
Мутлашыусыны тоторға ярҙам иткән

Енәйәтсе был ҡатындың стационар телефонына шылтыратып, ҡыҙының юл-транспорт ваҡиғаһына осрауы тураһында хәбәр иткән. Аҡса түләгәндә енәйәт эҙәрлекләүенән ҡотолорға ярҙам итәсәкмен, тип белдергән ир. Ҡатын уға ышаныуын белдергән һәм аҡса түләргә риза булыуын әйткән, ә үҙе был мәлдә хоҡуҡ һаҡсыларын саҡыртҡан.

 

Курьер аҡса һорап килгәс, уны енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре ҡаршы алған. Енәйәтсе – Нуриман районында тыуып үҫкән 24 йәшлек егет. Уны ҡулға алалар, ә Өфө ҡатынын енәйәтсене тоторға булышлыҡ иткәне өсөн дәртләндереү ҡаралған.

 

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в