Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Октябрь 2022, 16:41

Етеп килгән байрам менән!

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Башҡортостанда йәшәүселәрҙе етеп килгән Республика көнө менән ҡотланы.

Етеп килгән байрам менән!
Етеп килгән байрам менән!

 Ҡотлауҙа былай тиелә:

        «Хөрмәтле Башҡортостан халҡы, ҡәҙерле дуҫтар!

        Һеҙҙе Башҡортостандың төп дәүләт байрамы – Республика көнө менән ҡотлайым!

        Республика көнө күп милләтле Башҡортостан халҡының тыныслығын, берҙәмлеген һәм татыулығын символлаштыра. Тыуған илгә һөйөү, республикала йәшәүселәрҙең хеҙмәтте яратыуы һәм киләсәккә яҡты ҡарашы уның алға табан ышаныслы барыуының, социаль-иҡтисади бурыстарҙы уңышлы хәл итеүенең ныҡлы нигеҙе булып тора.

        Һеҙгә ысын күңелдән сәләмәтлек, именлек һәм Башҡортостан һәм барлыҡ Рәсәй мәнфәғәтенә изге башланғыстарығыҙҙа уңыштар теләйем!»

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в