-1 °С
Болотло
Билдәле булыуынса, ир менән ҡатын бергә ултырып эскәндәр. Иҫерек ир 37 йәшлек ҡатынын көнләшеп, ғауға ҡуптарған. Ҡатын күп уйлап тормаған, тотҡан да бысаҡ менән уның күкрәгенә сәнскән. Хәҙер ире реанимацияла ята.
Ҡатын үҙ ғәйебен таныған. Әле тикшереү бара, уның йомғаҡтары буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк, тип Рәсәй Эске эштәр министрлығының Салауат ҡалаһы буйынса бүлегенән Зилә Кинйәкәева хәбәр итә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.