Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Октябрь 2022, 19:35

Баклажан менән ташҡабаҡтан кәтлит

Йәшелсә мул саҡта бешереп ҡарағыҙ.

Баклажан менән ташҡабаҡтан кәтлит
Баклажан менән ташҡабаҡтан кәтлит

 

Бер ҙур баклажан, бәләкәйерәк ташҡабаҡ, бер баш һуған, 100 г сыр, бер ҡалаҡ он, ике йомортҡа, тоҙ, борос, һарымһаҡ, 1,5 стакан үҫемлек майы кәрәк.

  Баклажанды таҙартып, бешереп, ваҡлап турарға, уға ташҡабаҡты  әрсеп, ҡырғыста ыуып ҡушырға. Килеп сыҡҡан массаға тоҙ, борос, һарымһаҡ, йомортҡа, сыр, он һалырға. Әҙер котлеттар эшләп, онда әүәләп, үҫемлек майында ҡыҙҙырырға. Мейестә бешерергә лә була.

 

Фото: farsh-recept.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: